-20 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Февраль , 18:22

Йылдар үтә, ә Милли китапхана йәшәрә генә бара!

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың барлыҡҡа килеүенә 190 йыл тулыуға арналған матбуғат конференцияһы үтте. Китапхана хеҙмәткәрҙәре "Россия. Башҡортостан" телеканалының тура эфирында матбуғат хеҙмәткәрҙәре һорауҙарына яуап бирҙе.

Йылдар үтә, ә Милли китапхана йәшәрә генә бара!
Йылдар үтә, ә Милли китапхана йәшәрә генә бара!

Милли китапхана директоры Әминева Айгөл Рафаил ҡыҙы белдереүенсә, Ырымбур өлкә архивында белешмә лә һаҡлана: тап 1836 йылдың 25 мартынан китапхана тарихы башлана. "Ошо йылдар эсендә бик күп нәмә үҙгәрҙе, әммә бер нәмә үҙгәрешһеҙ ҡала: беҙ уҡыусыға һәм китапҡа хеҙмәт итәбеҙ", - тине Айгөл Рафаил ҡыҙы. "Китапханала һаҡланған иң боронғо китап - Иоанн Дамаскиндың әҫәрҙәренән торған йыйынтыҡ. Ул 1512 йылда Парижда баҫылған, - тине китапхананың һирәк баҫмалар һәм ҡулъяҙмалар бүлеге мөдире, ғалим Флүр Шәрифулла улы Сибәғәтов. - Шулай уҡ 1836 йылда китапхана фондында 236 ғына баҫма булһа, 1838 йылда уларҙың һаны 494 булып китә". Китапханалар селтәре кескәйҙәр өсөн дә төрлө саралар ойоштора, балаларҙы йәлеп итеү өҫтөндә эшләй. Мәҫәлән, Айгөл Рафаил ҡыҙы белдереүенсә, хәҙер яңы быуын китапханаларында бөтә ғаилә менән ял итеү өсөн бар шарттар булдырылған: интерактив таҡталар, ял итеү бүлмәләре, уйындар, төрлө тренажерҙар эшләп килә. Хатта хәҙер яһалма интеллект эшкә йәлеп ителә. Матбуғат конференцияһында Тәтешле районы Үрге Тәтешле ауылының ауыл-ара район китапханаһы директоры Вафина Гөлшат Әнәс ҡыҙы ла ҡатнашты. "Беҙгә әле һөйләшә лә белмәгән бәпестәр менән дә килә әсәйҙәр. Улар матур ял итһен өсөн бар шарттар булдырылған: бәпестәр бәләкәс һауа шарҙарын һытып уйнаһынмы, махсус балаҫта ятып, уны тотоп ҡараһынмы - әсәйҙәр ҙә ял итһен, бәләкәстәр ҙә яңы тәжрибә алһын өсөн тырышабыҙ. Шулай уҡ бәпестәрҙең аҙығын йылытып алырға, аҫтын алыштырырға ла мөмкин бындай китапханаларҙа", - тине Гөлшат Әнәс ҡыҙы. Юбилейлы 2026 йылда Милли китапханала онлайн һәм офлайн форматта бик күп саралар көтөлә. Мәҫәлән, китапхана тарихына арналған ҙур китап сығыуы көтөлә. Халыҡ-ара практик конференция уҙғарыу ҡаралған. Конкурстар, саралар теҙмәһен китапханаларҙың социаль селтәрҙәге төркөмдәрендә ҡарарға мөмкин буласаҡ. Һәм, әйтергә кәрәк, киләһе аҙнанан Милли китапхана китап бүләк итеү Бөтә Рәсәй акцияһын башлаясаҡ. Үҙегеҙҙең йәшәгән урындағы китапханаға өйөгөҙҙәге китаптарҙы бүләк итә алаһығыҙ! Матур, олпат юбилейың менән, китапхана! Оҙон-оҙаҡ емешле йылдар, матур саралар, тик ҡыуаныслы мәдәр теләйбеҙ һиңә! Китап ҡәҙерен белгәндәр һаны арта барһын, һәр бала тап китапхана аша һүҙ ҡәҙерен белеп үҫһен!

Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас