Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Февраль , 12:42

Айгиз Баймөхәмәтов әҫәрен Ҡаҙағстан балалары айырыуса яратты!

Айгиз Баймөхәмәтовтың әҫәре буйынса төшөрөлгән «Тастамашы, ана!» фильмының продюсеры Жадыра Скабыл повестың ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булыуын билдәләп үтте.

Айгиз Баймөхәмәтовтың китабы Ҡаҙағстанда 10 тапҡыр тәржемә ителә һәм яңынан нәшер ителә. Уның китаптарының дөйөм тиражы 100 000 дананан ашып китә. Авторҙың әҫәре мотивтары буйынса Ҡаҙағстан театрҙарында спектаклдәр ҡуйыла килә. 2024 йылда Айгиз Баймөхәмәтов «Ҡаҙағстандың Почетлы яҙыусыһы» исемен дә алды.

 

Алматылағы Tamos Education мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Айсултан Нурбол да Айгиз Баймөхәмәтов әҫәрҙәрен бик яратып уҡый.

 

Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас