+7 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Ғинуар , 13:24

Айгиз Баймөхәмәтов повесы буйынса кино тиҙҙән донъя күрәсәк!

Яҙыусы, журналист Айгиз Баймөхәмәтовтың  “Ҡадырма, әсәй!” повесы буйынса Ҡаҙағстанда фильм төшөрөлөүе хаҡында яҙып үткәйнек инде.  «Тастамашы, ана» (12+) фильмы Ҡаҙағстан кинотеатрҙарына 5 февралдән сығарыласаҡ! Кино - ҡаҙаҡ телендә.

Айгиз Баймөхәмәтов повесы буйынса кино тиҙҙән донъя күрәсәк!
Айгиз Баймөхәмәтов повесы буйынса кино тиҙҙән донъя күрәсәк!

Айгиз Ғиззәт улы Ҡаҙағстанға фильмдың премьераһына барырға ниәтләй. Ул бер юлы өс ҙур ҡалала — Алматы, Астана һәм Шымкентта үтәсәк.

"Артабан дубляж эшләнәсәк һәм фильмды күрше республикаларҙа ла күрһәтеү планлаштырыла. Әлбиттә, Башҡортостанда ла кино күрһәтеләсәк", - тине китап авторы.

Башҡорт яҙыусыһының китабы Ҡаҙағстанда бестселлер тип танылған һәм ул мәктәптәрҙә лә өйрәнелә.
Әйтеп үтергә кәрәк, повесть буйынса фильм Башҡортостанда Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһында ла төшөрөлгән, уның премьераһы 2026 йылда көтөлә.

Фотолар: "Башинформ" сайтынан.

Айгиз Баймөхәмәтов повесы буйынса кино тиҙҙән донъя күрәсәк!
Айгиз Баймөхәмәтов повесы буйынса кино тиҙҙән донъя күрәсәк!
Айгиз Баймөхәмәтов повесы буйынса кино тиҙҙән донъя күрәсәк!
Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас