Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Ғинуар , 09:00

Иҫке төрки яҙмаһын өйрәнергә теләүселәр өсөн шәп яңылыҡ!

Шәхсән рәүештә шәжәрәләр өйрәнеү хәҙер күпкә еңелерәк буласаҡ!

Иҫке төрки яҙмаһын өйрәнергә теләүселәр өсөн шәп яңылыҡ!
Иҫке төрки яҙмаһын өйрәнергә теләүселәр өсөн шәп яңылыҡ!

20 ғинуар "Китап" магазинында башҡорт теленең иҫке төрки алфавитын үҙаллы өйрәнеү өсөн «Әлифба төрки» тигән баҫма тәҡдим ителде. Уның ярҙамында бер быуат элек Башҡортостан халҡы ҡулланған хәрефтәрҙе өйрәнергә мөмкин. Был баҫманы әҙерләү тәҡдиме Азат Бадрановтан булһа, уны төҙөүҙә Искәндәр Сәйетбатталов, Ислам Байғужин, Илшат Миңлебаев, Йософ Күрәев ҡатнашҡан. "Шәхсән рәүештә шәжәрәләрҙе өйрәнеп, ата-бабаларыбыҙ тарихын уҡыу хәҙер күпкә еңелерәк буласаҡ", - тине, әсбап авторҙарына был хеҙмәт өсөн рәхмәт белдереп, Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев.

Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас