Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Ғинуар , 14:01

Башҡорт аты - халыҡ ҡото!

Башҡорт дәүләт аграр университетында үткән ауыл хужалығы фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Ираида Әбүбәкер ҡыҙы Әхәтованың юбилей кисәһендә иғтибарыбыҙҙы ат рәсемдәре йәлеп итте. Был күргәҙмәләге һүрәттәрҙең авторы - балалар.

Башҡорт аты - халыҡ ҡото!
Башҡорт аты - халыҡ ҡото!
“Башҡорт аты – Башҡортостан Республикаһы тарихы дауамында ышаныслы һәм тоғро дуҫ!” республика ижади эштәр конкурсына 1-11 класс уҡыусыларының эштәре ҡабул ителә. Һүрәттәрҙән тыш, төрлө ҡул эштәре, әҙәби әҫәрҙәр ҙә ебәрергә була.
Конкурс 2 февраль башланып, 2 март тамалана һәм 27 апрель еңеүселәр билдәле буласаҡ!
 
Тулыраҡ мәғлүмәт - "Башҡорт аты" төркөмөндә!

 

Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас