2025 йылда призер дипломына лайыҡ булған Әбйәлил районының Әбделмәмбәт урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусыһы, бөгөн инде Аҡмулла университетының 1-се курс студенты Наҙгөл Дауытова тап шундай стипендияға лайыҡ булды.
Бөгөнгө сарала ул башҡорт филологияһы факультетының 4-се курс студенты, уҡыу алдынғыһы, «Йөрәк һүҙе» конкурсы лауреаты Камил Рахманғолов менән еңеүсе уҡыусыларҙы ҡотларға килгән ине.
Наҙгөл Дауытова менән Камил Рахманғолов Аҡмулланың "Нәсихәттәр"ен башҡарҙы.