Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Ғинуар , 15:30

ҺӨЙӨНСӨ! Шатлығыбыҙ менән уртаҡлашабыҙ!

“Аҡбуҙат” журналы «Матбуғаттың алтын фонды – 2026» билдәһенә лайыҡ булды!

ҺӨЙӨНСӨ! Шатлығыбыҙ менән уртаҡлашабыҙ!
ҺӨЙӨНСӨ! Шатлығыбыҙ менән уртаҡлашабыҙ!

«Матбуғаттың алтын фонды» конкурсы йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә донъя күргән 61 баҫма «Матбуғаттың алтын фонды – 2026» билдәһенә лайыҡ булды.

"Матбуғаттың алтын фонды - 2026" конкурсының I дәрәжәһе 75 һәм унан юғарыраҡ балл йыйған баҫмаларға бирелә. Һәм беҙҙең редакция, 80 мәрәй йыйып, тап I дәрәжәгә эйә тип табылды!

Конкурс шарттарына ярашлы, «Матбуғаттың алтын фонды – 2026» билдәһе йыл буйына журналыбыҙҙың тышында алтын билдә менән балҡып торасаҡ.

Быйыл "Аҡбуҙат" үҙенең юбилейын да билдәләй. Кескәйҙәр өсөн тәғәйенләнгән республика баҫмаһына быйыл - 35 йыл!

"Аҡбуҙат"тың киләсәге - ныҡлы, иңләр үрҙәре - бейек, уҡыусылары - телһөйәр һәм илһөйәр булһын! Бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!

Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас