Билдәле булыуынса, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөйөк мәғрифәтсенең 200 йыллығына арналған саралар тураһындағы Указға ҡул ҡуйғайны.
Һәм был саралар ғинуар айында уҙғарыла башланы ла инде.
Мәҫәлән, бөгөн Тәтешле районы китапханаһында уҡыусылар Башҡортостандың халыҡ шағиры, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, «Аҡбуҙат» балалар журналының баш мөхәррире Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллина менән осрашты.
Лариса Хашим ҡыҙы балалар менән Ғәли Соҡоройҙоң тормош юлы һәм ижади мираҫы тураһында мауыҡтырғыс әңгәмә ойошторҙо. Шулай уҡ «Аҡбуҙат» журналы менән дә таныштырҙы.
"Аҡбуҙат" журналының быйылғы беренсе һаны тап Ғәли Соҡоройҙың ижады менән асыла. Әле журналдың тулы тиражы донъя күреп өлгөрмәгән, әммә тәтешлеләр тәүгеләрҙән булып ғинуар һаны менән танышып сыҡты.
Уҡыусылар ҙа шағирҙың әҫәрҙәрен уҡып ишеттерҙе. Бынан тыш, улар башҡорт халҡының бөйөк ҡомартҡыһы «Урал батыр» эпосын да яҡшы белеүен күрһәтте.
Рухи ҡиммәттәрҙе яңыртыуҙа, балаларҙа милли үҙаң тәрбиәләүҙә бындай саралар бик кәрәк һәм мөһим!