Төп эпизодтар Алматы янындағы ҙур булмаған Текели ҡалаһында бара. Эш процесына 70-тән ашыу кеше йәлеп ителгән. Төп ролдәрҙә - мәктәп уҡыусылары, шулай уҡ билдәле театр һәм кино актерҙары. Фильмдың режиссеры - Рабиға Абилпатта, сценарисы — Бекзат Мырзахмет, продюсерҙары — Жадыра Скабыл һәм Дархан Балажанов, башҡарма продюсеры — Жансерик Сапарбай. - Мин был китап менән осраҡлы рәүештә таныштым. Баҡтиһәң, уны улым класы менән мәктәптә уҡыған. Һәм был әҫәр уға ныҡ ҡына йоғонто яһаған. Улымдың кәңәше буйынса мин дә был китапты уҡып сыҡтым. Уның ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булыуын аңлап, миндә фильм төшөрөү теләге тыуҙы, — ти фильмдың продюсеры Жадыра Скабыл. Ул - күп кенә популяр ҡаҙаҡ фильмдары һәм сериалдарын төшөрөүсе. Фильмдың киң прокатка сығыуы 2026 йылға планлаштырыла. Был һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙән ситтә башҡорт яҙыусыларының әҫәре буйынса төшөрөлгән тәүге кино буласаҡ.