Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Декабрь 2025, 12:37

"Фәрзәнә көнбайышҡа бара"

Кисә Өфөнөң "Родина" кинотеатрында "Фәрзәнә көнбайышҡа бара" хәрби-патриотик фильмының ябыҡ премьераһы үтте.

Фильмды тамашасылар кинотеатрҙарҙа алдағы йылда ҡарай аласаҡ.
 
Сюжет 1944 йылда 2000 саҡрым юл үтеп, Башҡортостандан дүрт йөҙ илле баш һыйырҙы фашистарҙан азат ителгән Украинаға ҡыуып алып барып, күп кешене аслыҡтан ҡотҡарған үҫмерҙәрҙең ҡаһарманлығы хаҡында.
 
Тулы метражлы фильм журналист Баныу Ҡаһарманова сценарийы буйынса төшөрөлгән һәм төбәк башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырылған.
 
Фильмдың режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Булат Йосопов проекттың бик ҡатмарлы булыуы хаҡында һөйләне.
 
"Фәрзәнә көнбайышҡа бара" фильмын ҡарағас, уның буйынса әңгәмә, фекер алышыу үткәрелде.
РФ Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, фильмдың уңышлы сығыуы менән ҡотлап, "Ҙур тарихтың башы был", - тип әйтеп үтте.
 
"Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса комиссияһы рәйесе
Лариса Абдуллина "Фильмдағы күренештәр тетрәндерә. Булат Тимербай улы режиссер ғына ла түгел, ә педагог та. Ул яңынан-яңы йәш йондоҙҙар аса тора. Һәм балалар, йәштәр тураһында төшөрөлгән фильм бөгөн бигерәк тә кәрәк. Сөнки үҫмерҙәр тап үҙҙәре хаҡында ишеткеһе, ҡарағыһы килә", - тине.
 

 

Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас