Радий Хәбиров уҡытыусыларға намыҫлы хеҙмәт итеүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм уларҙың ауыл киләсәген билдәләүҙәге ролен юғары баһаланы.
- Ауыл мәктәбе - йәмәғәт тормошоноң үҙәге ул. Шуға күрә ауыл мәктәбе директорының эше уғата мөһим. Һеҙҙең миссия - кешеләргә хеҙмәт итеү. Эшегеҙ өсөн рәхмәт, беҙ һеҙгә ихтирам һәм хөрмәт менән ҡарайбыҙ, – тине төбәк етәксеһе. - Балаларҙың белем алыуы һәм үҫеше, ата-әсәләр менән диалогтың нисек көйләнеүе, мәктәптең ауыл, район һәм республика ихтыяждарына нисек яуап биреүе - барыһы ла, тәү сиратта, тик һеҙҙән тора.
Осрашыу һуңында Радий Хәбиров мәктәп директорҙарына сертификаттар тапшырҙы. 2025 йылда бөтәһе 50 кеше 690 мең һумлыҡ грантҡа эйә булған.
Фото: Башҡортостан Республикаһы Башлығы сайтынан.