Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Декабрь 2025, 14:55

Телде һаҡлау - милләтте һаҡлау

Бөгөн "Торатау" конгресс-холында Башҡортостан хөкүмәте ҡарамағындағы «Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының телдәре тураһында» законды тормошҡа ашырыу буйынса комиссия ултырышы үтте.

Телде һаҡлау - милләтте һаҡлау
Телде һаҡлау - милләтте һаҡлау

"Быйылғы йылда күп кенә эштәр башҡарылды, шул йәһәттән барығыҙға ла рәхмәт белдерәм. Киләһе йыл тағы ла ҙурыраҡ эштәр көтөлә. Мәҫәлән, юбилейлы даталар күп кенә. Әйтәйек, мәғрифәтсе шағирҙарыбыҙҙың оло юбилейҙары: Аҡмулла, Ғәли Соҡорой, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев һәм башҡалар", - тип әйтеп үтте Башҡортостан хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев.

Шулай уҡ Башҡортостан хөкүмәте ҡарамағындағы «Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының телдәре тураһында» законды тормошҡа ашырыу буйынса комиссияһының 2025 йылға йомғаҡтары яһалды.
Әйтәйек, быйыл комиссияның 4 ултырышы үткәрелгән.
Шуларға өҫтәп, 7 республика власы органы, 8 башлыҡ/муниципаль район һәм ҡала округы хакимиәттәре башлыҡтары урынбаҫары, 2 юғары уҡыу йорто, 2 йәмәғәт ойошмаһы тыңланған.

- "БашПеревод" автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы индерелде.

- "Город без ошибок. Башҡортостан" чат-ботының эше ойошторолған.

Шулай уҡ:
- муниципаль комиссиялар секретарҙарын уҡытыу ойошторолған;
- сертификаттар тапшырылған (декабрь, 2024);
- "БашПеревод" автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһын ҡулланыу буйынса уҡытыу үткәрелгән (май, 2025).

63 муниципаль комиссия һәм Өфө ҡалаһы райондарының 7 район комиссияһы эшләй.

586 күсмә сара ойошторолған. Ҡануниәткә тап килмәгән 1034 осраҡ асыҡланған. Уларҙың 335-е бөтөрөлгән, 699-ы - эш өҫтөндә.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡолова ла тәбрикләп үтте.
"Иғтибар ҡайҙа йүнәлтелһә, шунда һөҙөмтә лә була. Быйыл беҙ бик емешле, динамик рәүештә эшләнек. Шуның өсөн барығыҙға ла рәхмәт белдерәм", - тине ул.

Телде һаҡлау - милләтте һаҡлау
Телде һаҡлау - милләтте һаҡлау
Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас