Уларға наградаларҙы Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Искәндәр Әхмәтвәлиев тапшырҙы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был премияға түбәндәге йәштәр лайыҡ тип табылды: Дамир Тайыпов — «Юғары һөнәри ҡаҙаныштары һәм вокал сәнғәте өлкәһендә башҡорт музыкаһын пропагандалағаны өсөн»; Заһиҙә Мусина һәм Рәзинә Урманшина – Кемель Тоҡаевтың «Серле эҙ» китабын башҡорт теленә юғары кимәлдә тәржемә һәм заман милли прозаһы үҫешенә индергән өлөшө өсөн»; Хәбир Аралбаев — «Башҡорт халыҡ, сәхнә бейеүе өлкәһендә солист булараҡ хеҙмәте һәм Башҡортостандың милли мираҫы булараҡ башҡорт хореография сәнғәтен үҫтергәне өсөн”. Йәштәрҙе ихлас ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә лә яңы үрҙәр, ижади уңыштар, юғары бейеклектәр теләйбеҙ! Әйткәндәй, быйыл Шәйехзада Бабич исемендәге премия үҙенең 30 йыллығын билдәләй. Ошо уңайҙан Йәштәр сәйәсәте министрлығы инициативаһы буйынса премияның суммаһы 500 мең һумға тиклем күтәрелде. Шул йәһәттән премияның әһәмиәте, баһаһы тағы ла артты!