-15 °С
Ҡар
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Декабрь 2025, 14:36

Ш.Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаттары билдәле булды

Башҡортостан Республикаһы Йортонда Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһын тапшырыу буйынса комиссия ултырышы үтте. Унда 2023, 2024 йылдарҙа донъя күргән эштәр баһаланды.Ултырыш Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Искәндәр Әхмәтвәлиев рәйеслегендә үтте.

Ш.Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаттары билдәле булды
Ш.Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаттары билдәле булды

Комиссия йәшерен тауыш биреү юлы менән өс еңеүсене билдәләне:

Дамир Тайыпов — «Юғары һөнәри ҡаҙаныштары һәм вокал сәнғәте өлкәһендә башҡорт музыкаһын пропагандалағаны өсөн»;
Заһиҙә Мусина һәм Рәзинә Урманшина – Кемель Токаевтың «Серле эҙ» китабына художестволы тәржемә һәм заман милли прозаһы үҫешенә индергән өлөшө өсөн»;
Хәбир Аралбаев — «Башҡорт халыҡ-сәхнә бейеүе өлкәһендә солист булараҡ хеҙмәте һәм Башҡортостандың милли мираҫы булараҡ башҡорт хореография сәнғәтен үҫтергәне өсөн”.

Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы Башҡортостан Конституцияһы көнөнә арнап уҙғарыласаҡ.

Фото: "Башинформ" сайтынан.

Ш.Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаттары билдәле булды
Ш.Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаттары билдәле булды
Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас