-1 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Декабрь , 12:55

Афарин, сибайҙар!

Хөрмәтле дуҫтар, "Сәләм” программаһының эфирында беҙ "Аҡбуҙат" журналына тәүге ун яҙылыусы араһында "Алиса" колонкаһын отоу ойошторғайныҡ. Ҡатнашыусылар апаруҡ булды. Тик Сибай институты тәүгеләрҙән булып ҡушылды был акцияға, директоры - Илдар Сәлихйәнович Хәмитов.

Афарин, сибайҙар!
Афарин, сибайҙар!

Педагогика факультетының мәктәпкәсә һәм башланғыс синыфтар бүлеге хуплап алды был акцияны һәм уҡыу йортоноң 35 йыллығына арнап, бөтә факультет менән "Аҡбуҙат"ҡа яҙылды.

 

Афарин, факультет деканы Лилиә Рәдиф ҡыҙы Фәйзуллинаға!

 

Беҙ Сибай институтын 35 йыллыҡ юбилейы менән ҡотлайбыҙ! Бына шулай - улар шатлыҡ өҫтөнә шатлыҡ өҫтәп, ун дана "Аҡбуҙат"лы ла, "Алиса" колонкалы ла булды! Байрамығыҙ менән, дуҫтар!

Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас: