25 декабрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында республика яңы йыл шыршыһы уҙасаҡ. Быйыл кескәйҙәрҙе "Уйынсыҡтар илендә Яңы йыл» исемле тамаша көтә. 13 ғинуарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында «Аксаков шыршыһы» ойошторола, унда һаулыҡ үҙенсәлектәре булған балалар саҡырыла, быйыл уларҙы «Тылсымлы әкиәт биттәре буйлап" программаһы көтә.
Декабрь һәм ғинуар айҙары сәнғәт яратыусылар өсөн бик бай булмаҡсы. Ә балаларҙың ҡышҡы каникулы сағыу һәм фәһемле үтһен өсөн махсус программа әҙерләнгән.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына, шулай уҡ мөмкинлектәре сикләнгән, йә етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн 17 мең саҡырыу билеты ҡаралған.
Ғаилә менән ҡарау өсөн федераль прокатка сыҡҡан нәфис фильмдар тәҡдим ителә: "Буратино", "Простоквашино", "Чебурашка 2". Шулай уҡ декабрҙә " Башҡортостан" киностудияһынан "Батырҙар ташы", "Фәрзәнә көнбайышҡа бара" фильмдарын күрһәтеү планлаштырылған. Яңы йыл байрамдары осоронда «Башҡортостан» киностудияһы коррекция мәктәптәрендә һәм ғаилә үҙәктәрендә башҡорт нәфис һәм анимация фильмдарының кинопрокатын ойошторасаҡ.
Рудольф Нуриев исемендәге башҡорт хореография колледжы «Щелкунчик» балетын сәхнәләштерҙе. Колледждың йәш тәрбиәләнеүселәре бөгөндән әүҙем рәүештә республика ҡалаларына гастролдәрен башланы.
Яңы йыл байрамдарында мәҙәниәт йорттарында һәм клубтарында иртәлектәр, бал-маскарадтар, театрлаштырылған тамашалар, һәүәҫкәр коллективтарҙың спектаклдәре, тематик концерттар ҡаралған. Республиканың алыҫ райондарында 11 автоклуб һәм 9 библиобус әүҙем эшләйәсәк.
Музейҙарҙа байрам уйынсыҡтары һәм сувенирҙар эшләү буйынса тематик экскурсиялар һәм оҫталыҡ дәрестәре көтөлә. Шулай уҡ музейҙарҙа «Музей буйлап Яңы йыл атлай» Республика музей акцияһы үтәсәк.
Башҡортостан республикаһының мәҙәниәт министрлығы муниципалитеттар һәм дәүләт учреждениелары менән берлектә йыл һайын яңы йыл календарын – республика халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн байрам ваҡиғалары тураһында төп мәғлүмәт ресурсын әҙерләй. Календарь менән «Башҡортостандың Мәҙәни донъяһы» порталында танышырға мөмкин буласаҡ!