Иглин районында 1300 урынлыҡ яңы мәктәп асылғас, халыҡ автобустарҙа балаларға урын етмәй тип, Радий Фәрит улына мөрәжәғәт иткән ине. Ошонан һуң өҫтәлмә транспорт алынды. Уҡыусылар хәҙер мәктәпкә йөрөү күпкә еңелләште, ти.
Яңауыл районы Иҫке Вәрәш ауылынан Роза Нәсибуллина уның улы - Рәсәй Геройы Игорь Нәсибуллин уҡыған мәктәптә капиталь ремонт кәрәк тип бәйләнешкә сыҡҡайны. Бөгөн мәктәп төҙөкләндерелгән.
Дүртөйлөнән Ләйсән Сәрүәрова шылтыратып, ҡаланың 3-сө гимназияһында яҡшы ремонт кәрәклеге хаҡында хәбәр иткән ине. Хәҙер гимназияла замана талаптарына ярашлы ремонт үткән.