-1 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Ноябрь , 22:03

Киләһе һорау - Әбйәлилдән

Әбйәлил районы Михайловка ауылынан бер төркөм халыҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнешкә сығып, мәктәптәрендә капиталь ремонт кәрәклеге хаҡында белдерҙе.

Киләһе һорау - Әбйәлилдән
Киләһе һорау - Әбйәлилдән

300 балалыҡ Михайловка мәктәбе 2 филиалдан тора. 2021 йылда спорт залы авария хәлендә тип табыла һәм әлеге ваҡытта уҡыусылар физкультура дәрестәрен үткәреү урынына мохтаж.

Радий Фәрит улы Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Илдар Марат улы Мәүлитбирҙинға был мәсьәләне контролгә алырға һәм, кәрәк булһа, модулле зал төҙөргә йөкләмә бирҙе.

Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас: