Беренсе булып Радий Фәрит улы Туймазы ҡалаһының һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәгенән килгән һорауға иғтибар итте.
"Һеҙҙең үҙәк мәсьәләләре беҙҙең планға индерелгән, ошо арала мин үҙем Туймазыға йыйынам, һис шикһеҙ һеҙҙең менән осрашасаҡмын. Балаларға бәйле һорауҙарҙы беҙ тәү сиратта хәл итергә тырышабыҙ", - тине ул.