-1 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Ноябрь , 17:10

Өфөлә III Бөтә Рәсәй креатив индустрия мәктәптәре съезы үтәсәк

Башҡортостан төбәктәр араһында беренсе булып Бөтә Рәсәй креатив индустрия мәктәптәре съезын ҡабул итәсәк!

Өфөлә III Бөтә Рәсәй креатив индустрия мәктәптәре съезы үтәсәк
Өфөлә III Бөтә Рәсәй креатив индустрия мәктәптәре съезы үтәсәк

13-14 ноябрҙә Өфөлә III Бөтә Рәсәй креатив индустрия мәктәптәре съезы үтәсәк. Был хаҡта республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә хәбәр итте. Сараны ойоштороусылар - Рәсәйҙең мәҙәниәт Министрлығы, Башҡортостан Хөкүмәте һәм креатив индустриялар Федерацияһы. Практик проект эшмәкәрлеген тикшереү өсөн Өфөгә Рәсәйҙең 52 субъектынан 170-тән ашыу етәксе, уҡытыусы, эксперт һәм белгес киләсәк. Шуныһы мөһим: Башҡортостан төбәктәр араһында беренсе булып был съезды ҡабул итә – ошоға тиклем уны Мәскәүҙә генә үткәргәйнеләр. Бындай мәртәбә республиканың ошо өлкәләге уңыштары менән бәйле. Әминә Шафиҡова белдереүенсә, съезд Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусының Геном үҙәге базаһында, шулай уҡ Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры майҙансығында үтәсәк.

Өфөлә III Бөтә Рәсәй креатив индустрия мәктәптәре съезы үтәсәк
Өфөлә III Бөтә Рәсәй креатив индустрия мәктәптәре съезы үтәсәк
Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас: