Өфөлә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бинаһында Башҡорт матбуғатына яҙылыу көнө ойошторолдо. Сарала милли ойошманың Президиумы һәм Башҡарма комитеты ағзалары, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто етәкселеге, башҡорт баҫмаларының баш мөхәррирҙәре ҡатнашты.
Ҡоролтай офисында күргәҙмә материалдар урынлаштырылды, матбуғат баҫмаларына яҙылыу ойошторолдо. Видеоконференция бәйләнеше тәртибендә республиканың район-ҡалалары ҡоролтайҙары етәкселәре, ағзалары сараға ҡушылды, тәҡдимдәрен һәм фекерҙәрен еткерҙе.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова сәләмләү һүҙҙәре менән сығыш яһаны. Ул Башҡорт матбуғатына яҙылыу акцияһын башлап ебәрҙе һәм эстафетаны ҡала-райондарҙағы ҡоролтай рәйестәренә тапшырҙы.
– Милли матбуғат саралары аша халыҡ туған теленә, халҡының тарихына һәм мәҙәниәтенә яҡыная. Шуға күрә башҡорт һәм башҡа милли телдәрҙәге гәзиттәр, һис шикһеҙ, кәрәк һәм мөһим. Һәр кем уларҙың яҙмышы өсөн үҙ иңендә яуаплылыҡ тойһа, милли баҫмалар йәшәйәсәк, үҫешәсәк, көс туплаясаҡ, – тине Эльвира Ринат ҡыҙы.
Сара сиктәрендә Эльвира Айытҡолова "Изге подписка" акцияһына ҡушылды һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә республика гәзит-журналдарына яҙылыу бүләк итте, шулай уҡ эстафетаны Башҡортостандың район һәм ҡала, Рәсәй төбәктәрендәге башҡорт ҡоролтайҙары рәйестәренә тапшырҙы.
Шулай итеп, 2026 йылдың ғинуарынан "Башҡортостан", "Йәшлек" гәзиттәре, "Ватандаш", "Ағиҙел", "Аҡбуҙат" журналдары Учалы районының Яңы Байрамғол, Архангел районының Убалар, Белорет районының Ҡаһарман, Иглин районының Меңйетәр ауылдарындағы һәм Өфө ҡалаһындағы уҡыусыларын ҡыуандырасаҡ.
Мәғлүм булыуынса, «Изге подписка» — хәйриә акцияһы, уның сиктәрендә кешеләр һәм ойошмалар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың, күп балалы ғаиләләрҙең йәки ветерандарҙың ғаиләләре өсөн гәзит-журналдарға яҙыла. Акция урындағы баҫмаларға ярҙам итеүгә һәм традицион киң мәғлүмәт саралары ярҙамында быуындар араһында бәйләнеште һаҡлауға йүнәлтелгән.
Артабан һүҙҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов алды. Ул да гәзит-журналдарға яҙылды һәм эстафетаны милли ойошманың Президиумы, Башҡарма комитеты ағзаларына тапшырҙы.
Башҡорт матбуғатына яҙылыу акцияһы барышында “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Зөлфиә Рәхмәтуллина, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире, республиканың Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов, “Ватандаш” журналының баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиева, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы Лариса Абдуллина сығыш яһап, сараның әһәмиәтен билдәләне, уны ойошторған, үткәргән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына рәхмәт белдерҙе.
“Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире, республиканың Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов баҫманың 100 йылдан ашыулыҡ тарихы барлығын, уның биттәрендә һәр саҡ заман заңы сағылыш тапҡанын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– “Башҡортостан” гәзите ил, республика, халыҡ ни күргән — шуның менән йәшәгән һәм йәшәй. Ул – милләтте берләштергән, тел ҡеүәтен, тарихыбыҙҙы һәм мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлаған, киләһе быуындарға тапшыра килгән абруйлы баҫма. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының милли матбуғат яҙмышын хәстәрләп, ошондай сара ойоштороуы бик мөһим, сөнки йәмәғәт ойошмаһының һәм гәзиттең уртаҡ маҡсаттары бар – халыҡ мәнфәғәтенә хеҙмәт итеү, милләттәштәрҙе берләштереү. Район-ҡалаларҙағы, Рәсәй төбәктәрендәге ҡоролтай рәйестәре, ағзалары ла гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһына әүҙем ҡушылыр, тип ышанам, - тине Вәдүт Ғәйфулла улы.
Артабан матбуғатҡа яҙылыуға бәйле төрлө һорауҙар буйынса фекер алышыу булды.
Фотолар: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.
Автор:Гүзәлиә Балтабаева.
Материал - "Башҡортостан" гәзите сайтынан.