-1 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Октябрь , 23:38

Милли үҙаң һәм тәрбиә: тәрбиәселәр белем камиллаштыра

2025 йылдың 27 октябренән 7 ноябренә тиклем Өфө ҡалаһының ғилми-мәғлүмәт-методик үҙәге республиканың мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары педагогтары өсөн квалификация күтәреү курстарын үткәрә. Уның темаһы - "Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы шарттарында башҡорт телен өйрәнеүгә инновацион ҡараш булараҡ "Аҡбуҙат" мәғариф проекты".

Милли үҙаң һәм тәрбиә: тәрбиәселәр белем камиллаштыра
Милли үҙаң һәм тәрбиә: тәрбиәселәр белем камиллаштыра

Проект сиктәрендә республиканың 36 район һәм ҡалаһынан килгән 60-тан ашыу тәрбиәсе инновацион проект менән таныша, мәктәпкәсә йәштәге балалар менән башҡорт телен өйрәнеү буйынса белемен нығыта, үҙ-ара тәжрибә уртаҡлаша.

27-31 октябрҙә 18-се, 40-сы, 51-се, 166-сы һәм 308-се башҡорт балалар баҡсаларының практик майҙансыҡтарында проекттың 7 модуле этаплап өйрәнелде: «Ғаиләм», «Уйнайыҡ», «Аралаш», «100 һүҙ», «Бейейек», «Полиглот», «Атайсал».

308-се балалар баҡсаһы тәрбиәселәре «Минең ғаиләм» һәм «Уйнайыҡ» модулдәре буйынса эш системаһын тәҡдим итте. Улар төрлө белем биреү өлкәләрендә оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе һәм үҙҙәренең авторлыҡ дидактик уйындары менән таныштырҙы.

"Полиглоттар" һәм "Аралаш" модулдәрен ғәмәлгә ашырыу буйынса эш тәжрибәһе менән 40-сы башҡорт балалар баҡсаһы педагогтары бүлеште. Полилингваль һәм башҡорт телен өйрәнгән төркөмдә телмәр үҫеше буйынса асыҡ дәрестәр күрһәтелде. Сарала ҡатнашыусылар балалар менән эш алып барыуҙа театрлаштырылған дәрес төрҙәре менән танышты, йәнһүрәт төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәресендә ҡатнашты һәм ошо модуль буйынса тематик план әҙерләне. Шулай уҡ балалар баҡсаһының этнография музейына сәйәхәт ойошторолдо.

«Бейейек» модуле менән 18-се башҡорт балалар баҡсаһы педагогтары таныштырҙы. Улар "Ете ҡыҙ риүәйәте" тип аталған асыҡ дәрес тәҡдим итте, башҡорт музыкаль - ритмик һәм дидактик уйындарын күрһәтте. Балаларҙы башҡорт бейеүҙәре менән таныштырыу буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙеләр.

"100 һүҙ" модулен ғәмәлгә ашырыу буйынса 166-сы башҡорт балалар баҡсаһы педагогтары эш алып барҙы. Улар модуль буйынса календарь план тәҡдим итте, бәләкәй һәм урта төркөмдәрҙә асыҡ дәрестәр күрһәтте. "Әлләсе", "Бесәй, сәй, айыу, бал, май" башҡорт өҫтәл уйындарын ойошторҙолар. Шулай уҡ музейҙа балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһенең өләсәһе Сабилә Иштимер ҡыҙы Хәбибуллина оҫталыҡ дәресе үткәреп, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кейеменең тарихын һөйләне, башҡорт халҡының көнкүреше һәм тирмә ҡоролошо менән таныштырҙы.

Һуңғы модуль - "Атайсал" менән 51-се башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәселәре таныштырҙы. Сәләмләү һүҙе менән Башҡортостандың халыҡ шағиры, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары, "Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллина сығыш яһаны. Ул башҡорт халҡының мәҙәниәтен һәм телен һаҡлау, үҫтереү буйынса төп бурыстарҙы билдәләне. Сарала ҡатнашыусыларға «Аҡбуҙат» журналын бүләк итте.

Тәрбиәсе Шәүрә Сәмәрбай ҡыҙы Йәрмуллина мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләү һәм тыуған төйәк тураһында белемдәрҙе киңәйтеү буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторҙо.

Шулай уҡ практик дәрес сиктәрендә «Башҡортостан – минең Ватаным» интерактив викторинаһы үткәрелде, унда саралағылар тыуған яҡ тураһында белемдәрен күрһәтте.

Курстың көндөҙгө дәрестәре тамамланғас, фекер алышыу, көнүҙәк һорауҙарға яуаптар алыу ойошторолдо.

Милли үҙаң һәм тәрбиә: тәрбиәселәр белем камиллаштыра
Милли үҙаң һәм тәрбиә: тәрбиәселәр белем камиллаштыра
Милли үҙаң һәм тәрбиә: тәрбиәселәр белем камиллаштыра
Милли үҙаң һәм тәрбиә: тәрбиәселәр белем камиллаштыра
Милли үҙаң һәм тәрбиә: тәрбиәселәр белем камиллаштыра
Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас: