Күргәҙмә "Хәтер шаңдауы" тип атала һәм ул үткәндәрҙе архив, башҡа төрлө материалдар аша түгел, ә Башҡортостандың йәш рәссамдары төшөргән һүрәттәр аша күрергә, тыңларға саҡыра. Тамашасыға тиҫтәләгән композиция тәҡдим ителә: атыу алдынан тынлыҡ, эвакуациялағы баланың күҙҙәре, ҡәҙерле икмәк, ҡатын-ҡыҙ сабырлығы, блокада бүлмәһе, өйгә ҡайтыу, өмөт... Уларҙа - күңел һыҙланыуҙары һәм оло ышаныс. Эштәрҙе художество программаларында һәм студияларында ҡатнашыусылар ижад иткән. Шул иҫәптән бында РФ Федерация советы ҡарамағында үткән "Граммдарға бүленгән тормош. Ленинград блокадаһын бөтөрөүҙең 80 йыллығына» күргәҙмәһе еңеүселәре һәм финалсыларының да рәсемдәре менән танышырға була.