+23 °С
Облачно
VK
Яңылыҡтар
28 Октября 2025, 11:16

Уҡыусыларға һәм уҡытыусыларға медицина һәм стоматология ярҙамы

Башҡортостан Республикаһының мәғариф министрыИ. М. Мәүлетбирҙин «Дөйөм белем биреү ойошмаларының стоматология кабинеттарын реновациялау тураһында" мәсьәләһе буйынса:

Уҡыусыларға һәм уҡытыусыларға медицина һәм стоматология ярҙамыУҡыусыларға һәм уҡытыусыларға медицина һәм стоматология ярҙамы
Уҡыусыларға һәм уҡытыусыларға медицина һәм стоматология ярҙамы
Республика мәктәптәрендә уҡыусыларға һәм уҡытыусыларға медицина һәм стоматология ярҙамы күрһәтеүгә ҙур иғтибар бүленә.
 
- Һуңғы биш йылда ғына Радий Фәрит улының ҡушыуы буйынса «Взлетай!» мәғариф проектының «Сәләмәт йылмайыу " модуле сиктәрендә яңы стоматология ҡорамалдары менән йыһазландырылған 110 мәктәп стоматология кабинеты булдырылды;
- Бөгөн республиканың дөйөм белем биреү ойошмаларында бөтәһе 255 стоматология кабинеты иҫәпләнә.
- 2024 йылда республика бюджеты иҫәбенә 16 стоматология кабинеты ремонтланған һәм үҙгәртеп ҡоролған.
- Быйыл 1 сентябрҙә тағы ла 8 яңыртылған мәктәп стоматология кабинеты эшләй башланы.
- 2025-2026 уҡыу йылы башына стоматология кабинеттары булған мәктәптәрҙә 275 меңдән ашыу бала уҡый.
- Балаларҙың яратҡан сараларының береһе - "Йылмайыуың менән ғорурлан!»
2025 йылда акцияла 1018 мәктәптән 172 меңдән ашыу уҡыусы ҡатнаша.
 
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан

 

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас