-1 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Октябрь , 17:10

"ЕТЕГӘН" йәнә балаларҙы йыйҙы!

Әлеге ваҡытта республикала "ЕТЕГӘН" балалар полилингваль слеты үтә. Үҙ эшен 2022 йылда башлаған проект балаларҙы быйыл "Аҡсарлаҡ" лагерында йыйҙы.

"ЕТЕГӘН" йәнә балаларҙы йыйҙы!
"ЕТЕГӘН" йәнә балаларҙы йыйҙы!

Был юлы балалар республиканың алты районынан һәм дүрт ҡалаһынан килде. Проект Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.

"ЕТЕГӘН" - бер юлы бер нисә тел өйрәткән махсус мәктәп: бында балалар башҡорт, рус һәм сит телдәр буйынса белемен камиллаштыра. Уҡыусылар шулай уҡ Башҡортостан, Рәсәй һәм бөтә донъя халыҡтары мәҙәниәтен дә өйрәнә.

Быйыл айырыуса медиа өлкәһенә иғтибар бүленә, сөнки хәҙерге балалар цифрлы технологияларҙы әүҙем ҡуллана. Бөгөн тиҙ популярлыҡ яулаған блогинг эшмәкәрлеге һәм заманса цифрлы инструменттар буйынса ла дәрестәр ала ял итеүсе балалар.

Проект программаһында асыҡ дәрестәр, оҫталыҡ дәрестәре һәм уҡытыу саралары планлаштырылған. Шулай уҡ рус, башҡорт һәм инглиз телдәрендә тренингтар, интенсив дәрестәр һәм ижади оҫтаханалар үтәсәк. Балалар билдәле шәхестәр менән дә осрашасаҡ, улар иҫәбендә: медиа, киң мәғлүмәт саралары һәм блогинг өлкәһендә эшмәкәрлек алып барыусылар.

Ойоштороусылар белдереүенсә, «ЕТЕГӘН» проектында йылдан-йыл күберәк балалар ҡатнаша: 2022 йылда улар һаны 60 булһа, 2024 йылдан 120 уҡыусы иҫәпләнә килә.

Башҡортостанда бындай белем биреү тәжрибәһе Рәсәйҙең башҡа төбәктәрен дә ҡыҙыҡһындырҙы, сөнки бер нисә телдә уҡытыу алып барыу бөгөнгө заманда бик әһәмиәтле һәм кәрәк сара.

Фото: Башҡортостандың мәғариф министрлығы сайтынан.

"ЕТЕГӘН" йәнә балаларҙы йыйҙы!
"ЕТЕГӘН" йәнә балаларҙы йыйҙы!
Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас: