Өфөләге башҡорт мәктәптәре менән танышырға теләге барлығын белдергәс, Ольга Семеновнаға тап 136-сы башҡорт лицейын күрһәтергә ҡарар яһала. Бөтә мәктәптәр араһынан тик был лицейҙа медиамәктәп эшләп килеүе Яҡут-Саха ҡунағын айырыуса ҡыҙыҡһындыра. Был медиамәктәп эшмәкәрлеге менән тулыһынса 8-се ҡласс уҡыусыһы Алина Тайыпова таныштыра, һорауҙарға яуап ҡайтара. Әлбиттә, был күренеш тә оҡшап ҡала ҡунаҡтарға.
Ҡунаҡты оҙата йөрөгән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Мөхәммәт улы Йосопов һәм лицей директоры Шәмсулла Хәбибулла улы Хәбибрахманов артабан мәктәп үҙидаралығы, күргәҙмәләр залы, лицей музейҙары менән таныштыра. Тап ошо ваҡытта лицейҙың “Урал” этно-төркөмө һәм бейеү ансамбленең репетиция сәғәттәре бара ине. Әлбиттә, Ольга Семеновна уларҙы ла ҡарап сығырға теләк белдерҙе. Балаларҙың сығышын ҡарап, уҡтан атып, яҡут мәҙәниәтен башҡорттарҙыҡы менән сағыштырып, был ҙур булмаған экскурсиянан бик ҡәнәғәт ҡалды алыҫ республиканан килгән ҡунаҡ.
Мөхәмәтғәле Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейының шулай башҡорт ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын ҡәҙерләп һаҡлағанына, балаларҙа милли үҙаң тәрбиәләүҙә ҙур эш алып барғандары өсөн лицей директоры Шәмсулла Хәбибулла улына һоҡланыу һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе Ольга Семеновна. Юлдаш Мөхәммәт улы ла, уның һүҙҙәрен йөпләп, “Бындай мәктәптәр беҙҙә бик һирәк, хатта мин һеҙҙең шундай киң, бай йөкмәткеле эш алып барғанығыҙҙы белеп етмәй инем әле!” – тине.