-1 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Октябрь , 18:11

Рәсимә Ураҡсинаның тыуыуына - 75 йыл!

Балалар шағиры, яҙыусы, тәржемәсе, педагог, СССР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты Рәсимә Миңлебулат ҡыҙы Ураҡсинаның тыуыуына - 75 йыл!

Рәсимә Ураҡсинаның тыуыуына - 75 йыл!
Рәсимә Ураҡсинаның тыуыуына - 75 йыл!

БАШҠОРТОСТАН

 

Башҡортостан – баш илем,
Йыһандағы бишегем.
Ҙур донъяға алып сығыр
Яҙмышымдың ишеге.
Тәпәй баҫҡан тупрағым,
Тәгәрәп үҫкән ҡырҙарым,
Һыуһынымды ҡандырған
Тәмле–татлы һыуҙарым.
Башҡортостан – баш илем,
Һиндә асылды телем.
Һинең йылы ҡосағыңда
Шатланып алам белем.

 

ӘЛФИӘ КӨҘГӨ АЛДЫНДА

 

Әлфиә көҙгө алдында,
Матур күлдәген кейгән.
Тәтәй күлдәкле шәп ҡыҙҙы
Ул Фея итеп күргән.
Әл-лә, ләл-лә, күлдәге!
Аля, Аля, Әлфиә!
Аля булып йөрөгәнсе,
Булам да ҡуям Фея!
– Ҡотло булһын күлдәгең,
Әлфиәкәй, Әлфиә!
– Ниндәй Әлфиә булайым,
Мин әллә ҡасан Фея!
– Ә шулаймы? Һинең исем –
Мең йәшәрҙе аңлата...
– Мең йәшәрҙе? Улай булғас,
Мин Әлфиә булайым.
Әлфиәкәй! Бигерәк матур,
Бына шуны уйлайым...
Әлфиәнән күрмәксе –
Сәлимә күлдәк кейә.
Тыуған көнгә биргәйнеләр –
Күп күлдәк кемгә тейә?
Шундай матур, шундай матур,
Бар биш яңы күлдәге!
Гүзәл килеп, сем-семетә:
– Ҡотло булһын күлдәгең!
Биш күлдәгең аҙ ҙа инде,
Алтынсыһын кеймәнең.
Ҡупшыбикә ҡупшыҡай,
Ҡупшылана, ҡунаҡҡа.
Көҙгө алдынан йөрөй,
Ул яҡҡа ла был яҡҡа.
Мәрйендәр муйынында,
Ҡолаҡта көмөш алҡа.
Ҡупшы икән кейемең,
Шуға оҫта бейенең.
Ағас күрке – япраҡ,
Кеше күрке – сепрәк,
Ҡупшы-ҡупшы, ҡупшы-ҡупшы,
Ҡупшы йөрөргә кәрәк!

 

СЕРЛЕ ОЛАТАЙ ӨЙӨ

 

Серле олатай өйө,
Ишек төбөндә сөйө.
Ҡупшы итеп эленгән,
Сәскәләре теленгән.
Тундар, бишмәт, камзулдар
Бөхтә итеп тегелгән,
Берәм-берәм теҙелгән.
Төпкө өйҙөң өрлөгө,
Балаларҙың шүрлеге –
Ҡыҫтырылған тал-сыбыҡ,
Күренеп тора – шыйыҡ.
Олатайҙың самаһы,
Онотмаҫҡа саманы.
Өрлөксәһе сигелгән,
Әберкәләп тегелгән.

Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас: