+1 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Октябрь , 20:01

"Ҡолонсаҡ"тың иң-иңдәре билдәләнде!

Бөгөн Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында «Ҡолонсаҡ» Халыҡ-ара балалар һәм йәштәр спектаклдәре фестивален тантаналы ябыу кисәһе үтте.

"Ҡолонсаҡ"тың иң-иңдәре билдәләнде!
"Ҡолонсаҡ"тың иң-иңдәре билдәләнде!

Рәсәй ҡалаларынан һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренән килгән 11 профессиональ коллектив ҡатнашҡан матур, бай йөкмәткеле фестивалдең һөҙөмтәләре түбәндәгесә: "Иң яҡшы актерҙар ансамбле" - К.Чуковский әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған «Лучшевсехний папа, или Краденое солнце» спектакле менән Санкт-Петербургтан А.Брянцев исемендәге йәш тамашасылар театры. "Спектаклгә иң яҡшы көй" - М.Әүәзовтың «Лютый» спектакле, Аҡмулла өлкә рус драма театры, Ҡаҙағстан. "Иң шәп сценография" - «Олеся» спектакле (А.Куприн). "Глобус" Новосибирск академия йәштәр театры. "Икенсе пландағы иң яҡшы ир-егет роле" - "Бер ғүмер етмәй икән" спектаклендәге Сабый роле өсөн - Динислам Сафин. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры. "Көнүҙәк тематиканы үҙләштереү өсөн" - "Бер ғүмер етмәй икән..." спектакле (Мөнир Ҡунафин пьесаһы буйынса). Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры. "Икенсе пландағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» - Виктория Ельцова. У.Шекспирҙың "Ромео һәм Джульетта" әҫәре буйынса ҡуйылған спектаклдәге Кормилица Джульетта роле өсөн. Пермь йәш тамашасы театры. "Иң яҡшы ир-егет роле» - Булат Ғатауллин, "Ҡурҡаҡ батыр" спектаклендәге Батыр роле өсөн. Ғабдулла Ҡариев исемендәге Ҡазан татар дәүләт йәш тамашасы театры. "Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» - Елена Василевская, М. Әүәзовтың "Лютый" спектаклендәге Аҡ бүре ҡыҙ роле өсөн, Ҡаҙағстан. "Сәхнә алыштарының иң яҡшы ҡуйылышы" - "Ҡурҡаҡ батыр" спектакле, Ғабдулла Ҡариев исемендәге Ҡазан татар дәүләт йәш тамашасы театры. "Балалар өсөн иң яҡшы спектакль" - "Nебольшой театр" Ульяновск йәш тамашасы театры, "Солнце Муха Крокодил" спектакле. "Фестиваль Гран-Приһы" - М. Әүәзовтың "Лютый" спектакле, Ҡаҙағстан.

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас: