Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Октябрь 2025, 15:23

Шәп шахматсы үҫә!

2025 йылдың 11-13 октябрендә Өфөлә Республика көнөнә арналған классик шахмат буйынса турнир үтте.

Шәп шахматсы үҫә!
Шәп шахматсы үҫә!

Унда Тамерлан Ғәйнетдинов 1-се урынды яуланы һәм шахмат буйынса 3-сө үҫмерҙәр разрядын алды! Ярышта Тамерлан көс һынашҡан бүлектә егерменән ашыу шахматсы ҡатнашҡан. Әйткәндәй, уларҙың күбеһе Тамерландан күпкә олораҡ. Аҙаҡҡы хәл иткес партияла Тамерлан 14 йәшлек ҡыҙ менән осрашҡан һәм еңеү яулаған! Ә Тамерланға әле - 7 генә йәш! Отҡор малай шахмат менән бер йылдан ашыу шөғөлләнә. Тренеры менән дәрестәре аҙнаһына 5 тапҡыр үтә. Шахматты һәм уға бәйле бөтә нәмәне лә ярата уңған малай. Тамерлан - Л. М. Павличенко исемендәге 106-сы лицейҙың 1-се класс уҡыусыһы. Интеллектуаль үҫештән тыш, ул физик күнекмәләр менән дә ҡыҙыҡһына. Ағаһы Искәндәр менән бергә ҡатнаш көрәш (ММА) менән шөғөлләнә, был спорт төрө буйынса ярыштарҙа ла призлы урындар яулай. Тамерлан каникулдарын хозур тәбиғәтле Белорет районында - олатай-өләсәйендә үткәрә. Әйтеп үтергә кәрәк, Тамерландың ата-әсәһе лә - алдынғы ҡарашлы, уңған йәштәр. Улар халыҡҡа һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер. Мәҫәлән, ауылда төҙөлөп ятҡан мәсеткә төҙөлөш материалдарын алып биргәндәр, шулай уҡ Ололар көнөндә олатай-өләсәйҙәргә аҙыҡ-түлек, бүләктәр таратҡандар. Тыуған ауылдарына ла һәр яҡлап ярҙам итәләр. Тамерландың бер өләсәһе - Рәмилә Мөхтәр ҡыҙы Ғәлимова - хәрби кеше, икенсеһе - Нәйлә Заһир ҡыҙы Ғәйнетдинова - ауыл фельдшеры. Олатаһы - Фәтҡислам Мирсаяф улы Ғәйнетдинов - районда хөрмәт ҡаҙанған кеше, шулай уҡ һәр кемгә ярҙам итергә, кәңәштәрен бирергә әҙер. Тырыш, уңған, һәләтле Тамерланға һәм уның өлгөлө ғаиләһенә һәр ваҡыт уңыштар юлдаш булһын!

Шәп шахматсы үҫә!
Шәп шахматсы үҫә!
Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас