-3 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Сентябрь 2025, 17:27

Беҙҙекеләр йәнә беренсе!

Радий Хәбиров климат үҙгәреүе һәм экология мәсьәләләре буйынса үткәрелгән Халыҡ-ара олимпиадаһында еңеүсе София Салангинаны бүләкләне.

Беҙҙекеләр йәнә беренсе!
Беҙҙекеләр йәнә беренсе!

29 сентябрҙә аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Өфөнөң 93-сө физика-математика лицейының 11-се класс уҡыусыһы София Салангинаға һәм уның остаздарына – биология уҡытыусыһы Анна Вайн һәм Республика балалар экология-биология үҙәге директоры Екатерина Кошелеваға Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. 2025 йылдың сентябрь айында Сириус федераль территорияһында климат үҙгәреүе мәсьәләләренә һәм экология проблемаларына арналған Халыҡ-ара олимпиада үтте. Унда 11 илдән йыйылған балалар ҡатнашты. Аҙна дауамында уҡыусылар бөтә донъя буйынса алдынғы ғалимдар шөғөлләнгән мәсьәләләрҙе ҡараны, хәл итте. Теоретик һәм практик тур йомғаҡтары буйынса Өфөнән София Салангина абсолют еңеүсе тип табылды! Афарин!

Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас