+20 °С
Облачно
VK
Яңылыҡтар
17 Сентября 2025, 13:47

"Мөмкин түгел", - тиһәләр, ышанмағыҙ!

Өфөлә йыйылған Волга буйы федераль округының барлыҡ төбәктәрендәге балалар йорттары тәрбиәләнеүселәренең "Бала саҡты ҡайтарыу" фестивале сиктәрендә бөгөн параспортсы, блогер, Дуҫлыҡ ордены кавалеры, Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм граждан йәмғиәте институттарын үҫтереү буйынса совет ағзаһы Рөстәм Нәбиев менән осрашыу үтте.

"Мөмкин түгел", - тиһәләр, ышанмағыҙ!"Мөмкин түгел", - тиһәләр, ышанмағыҙ!
"Мөмкин түгел", - тиһәләр, ышанмағыҙ!

Рухи яҡтан иҫ киткес көслө, бер нимәгә ҡарамай маҡсаттарына ҡарай юл ярған билдәле шәхесебеҙ менән ойошторолған әңгәмә уҡыусыларҙың күңелен бөтәйтте, тормошҡа ышаныстарын арттырҙы, тиһәк, хата булмаҫ. Балаларҙың һорауҙарына Рөстәм Нәбиев ихлас яуап ҡайтарҙы.

- Әсәйем бик иртә, бәләкәй генә булған сағымда үлеп ҡалды. Үҙ ата-әсәйем үҫтермәне мине. Шуғалырмы, башҡаларҙың иғтибарын үҙемә йәлеп итер, бүтәндәрҙән айырылып торор өсөн, мин һәр ваҡыт нимәлер уйлап сығара торғайным. Бәләкәй сағымдан спорт менән дуҫ булдым, көнөнә 50 саҡрым йүгерҙем.
Аяҡһыҙ ҡалғас та, үҙемә ниндәйҙер шөғөл табырға кәрәклеген яҡшы аңлай инем. Сөнки кеше үҙ ҡайғыһына батһа, унан сығыу аҙаҡ күпкә ауырыраҡ. Башта следж-хоккей менән шөғөлләнергә булдым. Беләһегеҙҙер, был - мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн шайбалы хоккей аналогы. Командала барыһы ла был спорт төрө менән электән шөғөлләнгәс, миңә ныҡ тырышырға, уларҙы ҡыуып етергә тура килде. Мин - спорт мастерына кандидат та.
Әммә бер аҙҙан командалы спорт минең өсөн түгел икәнлеген аңланым һәм следж-хоккейҙан китергә булдым. Ниндәйҙер башҡа шөғөл табырға кәрәк ине. Һәм мин альпинизмды һайланым. Әлбиттә, альпинизм - бик хәүефле спорт төрө, йыл һайын күпмелер кеше унда һәләк була.
Иң тәүҙә Эльбрусты яуларға ниәт иткәс, барыһы ла миңә "Был мөмкин түгел!" - тине. Әммә был минең өсөн яуап түгел!
13 саҡрымды ҡулымда атлап үттем. Йәғни 30 мең тапҡыр боҙ киҫеүсе ҡорамал менән һелтәнеп үрләнем тау башына. 6 килограмға ябыҡтым. Әммә маҡсатыма ирештем!
Шуға ла, әгәр "Мөмкин түгел", - тиһәләр, ышанмағыҙ! Үҙегеҙ тотоноп эшләп ҡарамайынса, тыңламағыҙ кеше һүҙен!
Непалдағы Манаслу тауына менергә ҡарар иткәс, "Менеп етә алмаясаҡһығыҙ!" - тинеләр. Әммә мин тәүәкәлләргә булдым. Һәм 8 мең метрҙан ашыуыраҡ тауҙың иң башына менеп, рекорд ҡуйҙым!
Тауҙар мине кеше булараҡ асты, минең көсөмдө һынаны.
Тиҙҙән Тимур Бекмамбетов студияһы минең турала фильм төшөрөргә уйлай, төп ролдә - үҙем. Һәм тап шул фильмда ошо бар еңеүҙәр ҙә күрһәтелер.
- Ә буш ваҡытығыҙҙы нисек үткәрәһегеҙ? - тип һораны балалар.
- Иртәнсәк мин китап уҡырға тырышам. Һәм мотлаҡ рәүештә - һалҡын душ. Көнөнә ике тапҡыр спорт менән шөғөлләнәм. Йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнашам, йыш ҡына төрлө ҡалаларға осорға, сығыш яһарға тура килә. Ғаиләмә лә, 3 балама иғтибар бүлергә тырышам.
- Һеҙ бала саҡтан шулай мыҡты кәүҙәле ингеҙме?
- Бала саҡта мин бик ябыҡ инем, 11-се класты бөткәндә 53 кенә килограмм булдым. Университетта ауыр атлетика менән шөғөлләнә башланым. Һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итһәм дә, унда парашют менән ырғып өлгөрмәнем, ҡыҙғанысҡа күрә. Парашют менән аяҡһыҙ ҡалғас ҡына ырғып ҡарарға тура килде.
- Ҡайҙа юғары белем алдығыҙ?
- 2015 йылда Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаған инем, быйыл хыялымды тормошҡа ашырҙым - Медицина университетын "ҡыҙыл диплом" менән тамамларға яҙҙы.
Барыһын да күңелегеҙ ҡушҡанса эшләгеҙ. Тап шул саҡта маҡсаттарығыҙға еңел ирешә алырһығыҙ.
Һәм кеше үҙе теләгән бар нәмәгә лә ваҡытын таба ала. Тормошоғоҙҙа иң төп, иң мөһим кеше - ул һеҙ! Шуға ла ҡәҙерләгеҙ үҙегеҙҙе, юғары маҡсат ҡуйып, ҡурҡмай алға барығыҙ!

"Мөмкин түгел", - тиһәләр, ышанмағыҙ!
"Мөмкин түгел", - тиһәләр, ышанмағыҙ!
"Мөмкин түгел", - тиһәләр, ышанмағыҙ!
Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас