-1 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Сентябрь , 09:50

Бөгөн күренекле башҡорт әҙибәһе Кәтибә Кинйәбулатованың тыуыуына - 105 йыл!

Ул 1920 йылдың 15 сентябрендә Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Мәүлит ауылында тыуған. Кәтибә Кәрим ҡыҙы уҡыусылар менән йыш осрашты, шиғырҙарын уҡыны, мандолинала, ҡумыҙҙа оҫта уйнаны. Үҙ ғүмерендә ул 25-тән ашыу китап сығарҙы.

Бөгөн күренекле башҡорт әҙибәһе Кәтибә Кинйәбулатованың тыуыуына - 105 йыл!
Бөгөн күренекле башҡорт әҙибәһе Кәтибә Кинйәбулатованың тыуыуына - 105 йыл!

Әҙәбиәт һәм журналистика өлкәһендәге оло хеҙмәттәре өсөн Кәтибә Кәрим ҡыҙы «Почет Билдәһе» ордены, бик күп миҙал менән бүләкләнә. Ул — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.

 

Кәтибә Кинйәбулатова балалар өсөн бик күп шиғырҙар ижад иткән. Уның «Тәүге сәскәләр», «Алтын тояҡ аҡ кәзә», «Әнисә» исемле китаптарын балалар яратып уҡый.

 

КӨҘҘӘР ЕТКӘС
Килеп етте тағы көҙ көнө,
Ябай түгел — көҙҙөң алтыны.
Саған япраҡтары ғәжәйеп,
Яна, ялҡын төҫлө талпынып.
Һары, йәшел тәңкә ҡойола
Талғын ғына йомшаҡ елдә лә,
Көҙ һаман да көҙ ул, күрәһең,
Япраҡ төшә сыуаҡ көндә лә.
Сағандарға текләп ҡарағас,
Һоҡланыуҙан уйлап ҡуяһың:
Тәлгәш-тәлгәш уҡлы суҡтарың,
Уны ла һин ни тип ҡояһың?
Ошо ваҡыт бөтә япраҡтар
Шыбырланы минең ҡолаҡҡа:
— Османыҡ бит бына йыраҡҡа,
Түшәлдек тик тыуған тупраҡҡа.

Бөгөн күренекле башҡорт әҙибәһе Кәтибә Кинйәбулатованың тыуыуына - 105 йыл!
Бөгөн күренекле башҡорт әҙибәһе Кәтибә Кинйәбулатованың тыуыуына - 105 йыл!
Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас: