Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Сентябрь , 15:57

"Белемтау"ҙа - рухлы балалар өсөн матур осрашыуҙар!

Өфөлә "Белемтау” Башҡорт этно-мәҙәни үҙәге үҙ эшен башланы. Унда балалар өсөн алдынғы, билдәле башҡорт шәхестәре менән осрашыуҙар үткәрелә.

"Белемтау"ҙа - рухлы балалар өсөн матур осрашыуҙар!
"Белемтау"ҙа - рухлы балалар өсөн матур осрашыуҙар!

12 сентябрь көнө "Белемтау"ҙың быйылғы иң беренсе осрашыуы үтте. Сараның ҡунағы - Башҡортостандың халыҡ шағиры, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, Мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса комиссия рәйесе Лариса Абдуллина.

 

Осрашыуға килгән Өфө ҡалаһының Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы уҡыусылары бик ҡыҙыҡһыныусан, илгәҙәк булып сыҡты: Лариса Абдуллинаның иман, туған тел, шәжәрә хаҡында һөйләгәндәрен ихлас тыңланылар, һорауҙарын бирҙеләр.

 

Сарала һуңында һәр балаға «Аҡбуҙат» журналы таратылды, унан уҡыусылар Лариса Абдуллина менән иҫтәлеккә фотоға төштө.

"Белемтау"ҙа - рухлы балалар өсөн матур осрашыуҙар!
"Белемтау"ҙа - рухлы балалар өсөн матур осрашыуҙар!
Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас