Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Сентябрь , 15:16

Фестиваль балаларҙы һәм йәштәрҙе көтөп ҡала!

Балалар һәм йәштәр коллективтары «Волга буйы театрҙары» округ фестиваленең яңы миҙгелендә эштәрен тәҡдим итә аласаҡ.

Фестиваль балаларҙы һәм йәштәрҙе көтөп ҡала!
Фестиваль балаларҙы һәм йәштәрҙе көтөп ҡала!

«Волга буйы театрҙары» балалар һәм йәштәр коллективтары фестиваленең VII миҙгелендә ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә башланы. Ул Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров патронаты аҫтында үтә.

Фестиваль Волга буйы федераль округы төбәктәренең театр берләшмәләрен йыя һәм ҡатнашыусылар һаны буйынса иң масштаблылар иҫәбендә. Мәҫәлән, VI миҙгелдең төбәк этабы һөҙөмтәләре фестиваль өсөн рекордлы булды. Унда тәүге тапҡыр бер мең ярым профессиональ булмаған театр коллективтарынан 21,5 меңгә яҡын йәш актер ҡатнашты.

Фестивалдә Волга буйы федераль округы төбәктәренән балалар (6-17 йәшлек) һәм йәштәр (18-35 йәшлектәр) һәүәҫкәр театр коллективтары ҡатнаша ала.

Төбәк һайлап алыу этабында ҡатнашыу өсөн ғаризаларҙы фестиваль сайты аша ебәрергә мөмкин - театральноеприволжье.рф ("Ғариза ебәрергә" төймәһе).

Финалға үтәсәк бөтә сәхнә ҡуйылыштары театральноеприволжье.рф сайтында баҫыласаҡ һәм теләгән һәр кем уны инеп ҡарай ала. Быйыл да ҡалыплашҡан номинациялар ҡалдырыла: "Иң шәп йәштәр спектакле", "Иң шәп балалар спектакле", "Иң шәп режиссер эше", "Иң шәп музыкаль биҙәү", "Иң шәп художестволы биҙәлеш", "Иң шәп ир-ат роле" һәм "Иң шәп ҡатын-ҡыҙ роле".

Лауреаттарҙың исемдәре 2026 йылдың 27 мартында Ижевск ҡалаһында бөтә донъя театр көнөндә иғлан ителә. Фестивалде ябыу тантанаһы, шулай уҡ финалға үткән коллективтарҙың сығыштары телевидение һәм интернет аша күрһәтеләсәк.

Әйткәндәй, 2024-2025 йылдарҙа үткәрелгән миҙгелдә Башҡортостандан был проектта ике коллектив ҡатнашты. Йәштәр коллективтары араһында - Алан Менкендың «Аладдин» мюзиклы мотивтары буйынса «Аладдин Мажаралары» спектакле менән «Тылсымлы рампа» халыҡ театры («Өфө балалар филармонияһы»). Етәксеһе - Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Лилиә Иванова. Балалар номинацияһында - Өфө районының «Без границ» өлгөлө театр студияһы. Йәш артистар Льюис Кэрроллдың «Алиса мөғжизәләр илендә» спектакле менән финалға сыҡҡайны. Етәксеһе - Анастасия Караханян.

Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас: