Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Сентябрь 2025, 15:18

Тимербикә "Башҡорт аты"нда үтәсәк "Ритайым"ға саҡыра!

IV Халыҡ-ара "Башҡорт аты" фестивалендәге был робот-ҡыҙға Тимербикә тип исем биргәндәр.

Уны VEX конструкторынан Баймаҡ ҡалаһының “Йәш техниктар станцияһы” тәрбиәләнеүселәре эшләгән. Һәм бөгөн был робот ҡыҙыҡай барыһын да "Башҡорт аты" фестиваленең кис үтәсәк сараларына саҡыра!

 

18:00 сәғәттән 19:30-ға тиклем башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары һәм Сибай ҡалаһы менән Баймаҡ районы бейеү коллективтары ҡатнашлығында концерт үтәсәк.

 

Ә 20:00 сәғәттә "Самауырлы ритайым" йәштәр программаһы үҙ эшен башлаясаҡ.

 

Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас