Мәҫәлән, иртәнге рәттә генә "Урал Аръяғы» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы сиктәрендә уҙғарылған «Изге подписка» акцияһында 80-гә яҡын кеше ҡатнашты.
Акцияға республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев һәм хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары - спорт министры Руслан Хәбибов ҡушылды. Ғәҙәттәгесә, акциянан матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев та ситтә ҡалманы.
БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Тимур Хәкимов Башҡортостан яугирҙарының балалары өсөн 50 дана «Аҡбуҙат» журналына яҙылды. Италия эшҡыуары Элио Каппиелло ла махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар балаларын "Аҡбуҙат" яҙҙырҙы.
"Изге подписка" акцияһы иртәгә лә "Башҡорт аты" фестивалендә дауам итәсәк. Акцияға теләгән һәр кем ҡушыла ала.
-1 °С
Болотло
