Был көн Төньяҡ Осетиялағы Беслан ҡалаһындағы фажиғә менән бәйле. 2004 йылдың 1 сентябрендә ҡанһыҙ террористар мәктәпте баҫып алғас, шатлана-шатлана уҡырға барған балалар, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр өс көнгә әсирлеккә эләгә. 333 кеше һәләк була, шуларҙың 186-һы – балалар...
Ошондай ҡот осҡос хәлдәрҙе булдырмау өсөн һәр беребеҙгә уяу булыу мөһим. Әле лә ҡурҡыныс янап тора, хәүефле заманда йәшәйбеҙ бит.
Әйҙәгеҙ, терроризмға ҡаршы көрәшкә беҙ ҙә теләктәшлек белдерәйек. Шул айҡанлы быйыл да “Донъя – изгелек буяуҙары менән” тип аталған һүрәттәр конкурсы иғлан итәбеҙ, йәш дуҫтарыбыҙ. Ул бөгөн башланып, 30 сентябргә тиклем барасаҡ. Эштәрегеҙҙе “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөбөҙгә йә электрон почтабыҙға ебәрегеҙ. Шарттарға килгәндә, интернет селтәрендәге әҙер эштәрҙе күсереп эшләү тыйыла. Яҙыуҙар булһа, уларҙы башҡорт телендә яҙығыҙ, йәме. Иң яҡшы һүрәттәрҙе гәзит биттәрендә күреү мөмкинлеге буласаҡ. Еңеүселәр ике төркөмдә билдәләнә: балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре һәм башланғыс мәктәп уҡыусылары. Теләктәре булһа, ҙурыраҡ синыфтарҙан да ҡабул итәбеҙ. Иҫтәлекле бүләктәр ҙә бар. Терроризмға ҡаршы бергәләп көрәшәйек!
6+
Автор:Лилиә Фазлетдино