-17 °С
Ҡар
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Сентябрь 2025, 11:53

Гәзит-журналдарға яҙыл да, бүләк от!

Башҡортостанда баҫмаларға яҙылыу кампанияһы башланды.

Гәзит-журналдарға яҙыл да, бүләк от!
Гәзит-журналдарға яҙыл да, бүләк от!

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: республика һәм муниципаль баҫмаларға Почта бүлексәһе аша йәки онлайн-сервис ярҙамында яҙылырға мөмкин. Онлайн яҙылыу rbsmi.ru сайтында башҡарыла.

Әүҙем яҙылыусыларҙы шәп бонус көтә. 1-11 октябрь һәм 3-13 декабрь көндәре арауығында «Башҡортостан Республикаһы» Нәшриәт йорто «Рәсәй Почтаһы» акционерҙар йәмғиәте менән берлектә ташламалар декадаһын үткәрә. Тап ошо көндәрҙә яратҡан баҫмағыҙға осһоҙ хаҡҡа яҙыла алаһығыҙ!

Һәм, әлбиттә, ҡиммәтле бүләктәр отоу мөмкинлеге лә буласаҡ! Бының өсөн ике баҫмаға яҙылырға һәм 2026 йылдың ғинуар айына тиклем ғариза ебәрергә кәрәк буласаҡ. Ғаризала адресығыҙҙы, бәйләнеш өсөн телефон һандарын ҡуйырға һәм квитанция беркетергә онотмағыҙ.
Ғаризалар түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто, 212-се кабинет.
Шулай уҡ podpiska@rbsmi.ru электрон адресына ебәрергә була, "Яҙыл да, бүләк от" тип яҙырға онотмағыҙ.

Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас