+14 °С
Облачно
VK
Яңылыҡтар
2 Сентября 2025, 06:15

Әбйәлилдә хәҙер «Хазина» бар!

Асҡар ауылында полилингваль мәктәп янындағы «Хазина» балалар баҡсаһы асылды. Уның эсендә ниҙәр бар?

Әбйәлилдә хәҙер «Хазина» бар!Әбйәлилдә хәҙер «Хазина» бар!
Әбйәлилдә хәҙер «Хазина» бар!

Балалар баҡсаһының майҙаны – 2 мең ярым квадрат метр, ул 160 баланы ҡабул итергә әҙер
- Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн 10 урынлыҡ махсус төркөм асылған
- Йомшаҡ түшәмле уйын майҙансығы, спорт һәм музыка залдары, аш-һыу һәм хужалыҡ биналары
- Балалар менән тәрбиәселәр генә түгел, психолог, логопед-дефектолог һәм музыка уҡытыусыһы эшләйәсәк.

 

Ата-әсәләр өсөн экскурсия үткәрелде, балаларҙы һый менән, шарҙар бүләк итеп ҡаршы алдылар

 

Төклө аяғығыҙ менән, кескәйҙәр! Баҡсала балаларҙың шат тауыштары тынмаһын!

Әбйәлилдә хәҙер «Хазина» бар!
Әбйәлилдә хәҙер «Хазина» бар!
Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас