-1 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Август , 13:51

Радий Хәбиров 206 мәктәп автобустары һәм еңел автомобиль асҡыстарын тапшырҙы

26 август көнө Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белем биреү учреждениелары директорҙарына 196 мәктәп автобусы һәм 10 еңел автомобиль асҡысын тапшырҙы. Улар республиканың ҡала һәм ауылдарына оҙатыласаҡ.

Радий Хәбиров 206 мәктәп автобустары һәм еңел автомобиль асҡыстарын тапшырҙы
Радий Хәбиров 206 мәктәп автобустары һәм еңел автомобиль асҡыстарын тапшырҙы

ГАЗ, ПАЗ, УАЗ, КАВЗ автобустары Башҡортостандың 54 районында урынлашҡан 196 мәктәпкә тәғәйенләнгән. Шулай уҡ 6 ҡалаға оҙатыла: Нефтекама, Октябрьский, Сибай, Салауат, Стәрлетамаҡ һәм Өфө.
LADA автомобилдәре Бәләбәй, Белорет, Бөрө, Дыуан райондарында, Стәрлетамаҡта, Нефтекамала, Сибайҙа, Күмертауҙа һәм Өфөлә психологик-педагогик, медицина һәм социаль ярҙам комиссиялары үҙәктәрен һәм филиалдарын хеҙмәтләндерәсәк.

 

– Йола буйынса, 1 сентябрь алдынан балаларға яңы техника тапшырабыҙ. Республиканың ҡала һәм райондарына 200-ҙән ашыу автобус һәм машина юлланасаҡ. Әлеге көндә был күрһәткес рекордлы булып тора.
Был – балалар өсөн өҫтәмә хәүефһеҙлек, уңайлылыҡ, - тине Радий Хәбиров.

Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас: