"Был көндө 20 метрлыҡ флаг маршы ла көтөлә", - тине бөгөн "Рәсәй" медиаүҙәгендә ойошторолған матбуғат конференцияһында Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Шафиҡова Әминә Ивний ҡыҙы.
Шулай уҡ сарала Дмитрий Крюков етәкселегендәге БР дәүләт оркестры гимндар башҡарасаҡ, һуңынан билдәле солистар ҡатнашлығында III «Көҙ романтикаһы» халыҡ-ара классик музыка фестивален асыу көтөлә.
22 август, 18:00 сәғәттә,
Совет майҙаны.
Инеү бушлай.