-1 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Август , 13:41

Сәскәләр урынына - балалар!

Башҡортостанда йәшәүселәр белем көнөндә иң ҙур хәйриә акцияһында ҡатнаша ала. "Сәскәләр урынына - балалар" проектын Өфө хосписы беренсе тапҡыр үткәрмәй. Акцияның асылы ябай: күп һанлы гөлләмәләр урынына һәр класс-ҡатнашыусы уҡытыусыһына бер дөйөм гөлләмә бүләк итә. Ә башҡа гөлләмәләрҙән ҡалған аҡсаны ауыр сирле балаларға һәм өлкәндәргә ярҙамға йүнәлтә.

Сәскәләр урынына - балалар!
Сәскәләр урынына - балалар!

ПРОЕКТТА НИСЕК ҠАТНАШЫРҒА?

1. Проектта ҡатнашыу өсөн ата-әсәләр үҙ-ара аҡса йыйып, шул сумманан уҡытыусыға бер гөлләмә алырға килешә.
2. Ҡарар яһалғас, dvc.ufahospice.ru/ сайтында форма тултырыр кәрәк.
3. Экономияланған аҡсаны Өфө хосписы тәрбиәләнеүселәренә ярҙамға күсерегеҙ. Улар - бөтә Башҡортостандан онкология, генетик һәм неврологик ауырыуҙар менән сирләгән 300-ҙән ашыу бала. Һеҙҙең ярҙамығыҙ кәрәкле ҡорамалдар һәм аҙыҡ-түлек һатып алынасаҡ.
4. Иғәнәне дөйөм класс күсерә алған кеүек, һәр ғаилә үҙҙәре лә проектҡа ҡушыла ала.5. Ҡатнашыусы пакетын Даян Мурзин урамы, 8 адресынан 21 августан 31 августҡа тиклем барып алырға була. Пакет эсенә уҡыусыларҙың кейемдәренә наклейкалар, рәхмәт хаты, уҡытыусыға асылма, дөйөм гөлләмә өсөн таҫма һалына. Йәки макеттарҙы электрон почтаға ебәрергә һорағыҙ.
6. Тантана көнөнә әҙерлек тураһында үҙегеҙҙең социаль селтәрҙәрҙә һөйләгеҙ. "Сәскәләр урынына - балалар" акцияһына ҡушылыуығыҙ хаҡында бәйән итегеҙ. Быларҙы 1 сентябргә тиклем эшләп өлгөрөргә кәрәк! Бәлки, һеҙҙең изге эштәрҙе күреп, башҡалар ҙа ҡушылыр!
Уңайлыҡ өсөн dvc.ufahospice.ru/ сайтына һылтанма беркетегеҙ һәм хоспистың аккаунттарын да күрһәтегеҙ. Хештегтар: #вашапомощьнезавянет #детивместоцветов #уфимскийхоспис
7. 1 сентябрь көнө уҡыусыларҙың кейемдәренә наклейкаларҙы йәбештерегеҙ. Уҡытыусыны ҡотлағанда гөлләмәгә проекттан алған таҫманы ҡушып, махсус асылманы тапшырығыҙ. Һәм, әлбиттә, белем көнөндә төшкән фотоларығыҙҙы шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә күрһәткәндә Өфө хосписын билдәләргә онотмағыҙ.

Бөтә һорауҙар буйынса Өфө хосписы хеҙмәткәрҙәре менән бәйләнешкә инә алаһығыҙ: 8-927-237-98-52 (Руфина), 8-917-789-34-49 (Галина).

Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас: