Лагерҙа хәҙер заманса япмалы футбол майҙаны, пляж волейболы һәм воркаут өсөн майҙансыҡтар, шулай уҡ балалар өсөн махсус биләмәләр булдырылған. Хәҙер бында спорт саралары, ярыштар һәм күнекмәләр үткәрергә була.
Параллель рәүештә Буранғол ауылында мәктәп-интернатты реконструкциялау эше тамамланырға тора. Капиталь ремонтты финанслауҙың тәүге суммаһына компания тағы 33 миллион өҫтәгән. Шулай итеп, был проекттарҙы инвестициялауҙың дөйөм күләме 100 миллион һумдан ашып китә.