Проект Рәсәйҙә иғлан ителгән Ватанды Һаҡлаусылар йылына, Башҡортостанда раҫланған Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылына һәм Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнала. Проекттың төп девизы: "Армия. Мәҙәниәт. Берҙәмлек".
Саралар республиканың барлыҡ муниципалитеттарында үтә. Иң күләмле программа Өфөнөң Совет майҙанында ойоштороласаҡ. Ижади коллективтарҙың саралары, гастролдәр РФ оборона Министрлығының мәҙәниәт Департаменты менән килешелгән һәм бергә төҙөлгән.
«Армия мәҙәниәте көндәре»нең Совет майҙанында үтәсәк саралары алты көн дауамында бара, концерт программалары 18.00 сәғәттә башланасаҡ.
Проект саралары 22 августа башлана. Бөтә музейҙарҙа ла тематик күргәҙмәләр һәм экспозициялар асыласаҡ.
Армия мәҙәниәте көндәре сиктәрендә үткәрелгән саралар буйынса тулыраҡ мәғлүмәт менән "Башҡортостандың Мәҙәни донъяһы" порталында танышырға мөмкин (kulturarb.ru/ru/dak-rb)
Барығыҙҙы ла башҡорт мәҙәниәте көндәрендә көтөп ҡалабыҙ!
Фото: "Башҡортостан республикаһы мәҙәниәт министрлығы" сайтынан