"Был М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ҡабул иткән 3-сө смена. Беҙ программаны балалар ял итеп кенә ҡалмаһын, ә шул уҡ ваҡытта яңы белем дә алһын тип төҙөргә тырыштыҡ. Уҙған аҙнала улар Евразия күсмә цивилизациялар музейында Һәм Башҡортостандың милли музейында булып, беҙҙең төбәктең үткәне менән танышҡайны. Беҙҙең был смена уҡыусыларға буласаҡ һөнәрҙе дөрөҫ һайларға ярҙам итер, тип ышанабыҙ; бәлки, уларҙың ҡайһы берҙәре баш ҡалабыҙҙа урынлашҡан юғары уҡыу йортона уҡырға теләк белдерер", - тине смена етәксеһе, Аҡмулла университетының технопарк директоры урынбаҫары Эльвира Шәймөхәмәтова.
Фотолар: "Молодежная газета" сайтынан.