+14 °С
Ясно
VK
Яңылыҡтар
12 Августа 2025, 09:35

Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ ҡәҙерле булыр

Бөгөн З. Биишева исемендәге "Китап" нәшриәте магазинында Силәбе өлкәһенән Өфөгә ҡунаҡҡа килгән балалар менән үткәрелгән осрашыуҙа уҡыусыларҙың башҡорт мәҙәниәтенә, тарихына булған ҡыҙыҡһыныуы, ихтирамы һоҡландырҙы!

"Урал батыр" эпосының геройҙары менән таныш булыуҙары, эпостың йөкмәткеһен белеүҙәре айырым иғтибарға лайыҡ. Сара һуңында бер ҡыҙҙың үҙ алдына башҡорт моңон бар донъяға танытҡан "Әй Йола" төркөмөнөң "Һомай" йырын йырлап сығып барыуы ла беҙҙең иғтибарҙан ситтә ҡалманы.

Шулай уҡ уҡыусылар араһында Алтынай Нишанованың башҡортса таҙа һөйләшеүе, бар һорауҙарға ла теүәл яуап биреүе, милли стилдә башлыҡ кейеп алыуын да күрмәй ҡалманыҡ, әлбиттә. Ҡоншаҡ районы Ҡаҙаҡбай ауылы һылыуы Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында белем ала икән. 3-сө класта уҡығанында "Урал батыр" эпосын яттан һөйләү конкурсында ла ҡатнашҡан!

Туған телебеҙҙе өйрәнеү, уны ҡәҙерләү, киләсәк быуынға тапшырыу - һәр беребеҙҙең үҙенән тора. Ошоно Башҡортостандан ситтә йәшәп тә, үҙ телен һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен онотмаған силәбеләр иҫбатланы беҙгә бөгөн.

 

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас