Башҡорт теле, мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныусы уҡыусылар иң беренсе З. Биишева исемендәге "Китап" нәшриәте магазинында "Аҡбуҙат" журналы менән танышты. Баҫманың "Урал батыр" эпосына арналған июль һанын бүләк иттеләр уларға. Артабан силәбеләр Башҡортостандың тарихы, мәҙәниәте, халҡы, ғөрөф-ғәҙәттәре хаҡында һөйләште, викторина һорауҙарына яуап бирҙе. Уҡыусыларҙың белеме, эпос менән яҡындан таныш булыуы һоҡландырҙы. Теләге булғандар журнал битендә донъя күргән "Урал батыр" эпосы өҙөктәрен дә уҡып ишеттерҙе.
«Башҡорт мәҙәниәтен, телен, йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау һәм үҫтереү үҙәге" автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының генераль директоры Раушания Сибәғәт ҡыҙы Нишановаға, Арғаяш районы Аяҙғол урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә Вәлит ҡыҙы Янбаеваға,
балаларға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ! Башҡортостандан сит өлкәлә йәшәп тә, тамырҙарыбыҙҙы онотмай, телебеҙ һәм тарихты өйрәнеү, таратыуҙа эш алып барыуҙары оло хөрмәткә лайыҡ!