Был лагерҙың беренсе сменаһында Рәсәйҙең туғыҙ төбәгенән ишетеү һәләте боҙолған 113 бала ҡатнаша. Балалар менән Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәте активистары, шулай уҡ ишара телен белгән ирекмәндәр һәм профессиональ тәржемәселәр эшләй.
Балаларҙың ял программаһы бай: унда спортҡа ла, ижадҡа ла урын бар.
Проектты Башҡортостанда Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәте рәйесе Ольга Шевнина юғары баһаланы. "Балалар хәрби әҙерлек һәм патриотик тәрбиә ала. Үҙ-ара аралашырға һәм дуҫлашырға өйрәнәләр. Беҙ был йүнәлеште артабан да үҫтерергә һәм камиллаштырырға ниәтләйбеҙ", - тине ул.
Фото: Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәтенең төбәк бүлексәһенән