

Быйыл конкурс Бөйөк Ватан Һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Башҡортостан Республикаһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылына арнала.
Конкурстың приз фонды - 1 000 000 һум. Быйыл, Мәскәүҙән һәм Санкт-Петербургтан ҡатнашыусыларҙан тыш, фестивалдә Һамар, Архангельск, Ырымбур, Һарытау, Силәбе, Калининград, Свердловск өлкәләренән, Приморье, Краснодар крайынан, Татарстандан, Бүрәтстандан, Сыуашстандан, ХМАО-нан, Луганск халыҡ республикаһынан конкурсанттар ҡатнашасаҡ.