-5 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Август 2025, 15:35

"Баланы мәктәпкә әҙерлә" акцияһы башланды

Мәктәпкә әҙерлек буйынса төбәүле ярҙамды махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары, инвалид балалар, күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр, шулай уҡ Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә йәшәүсе балалар аласаҡ. Ярҙам алыу өсөн ғаризаны 2025 йылдың 1 сентябренә тиклем ошонда ебәрергә мөмкин: vk.cc/cNLQuy . Шулай уҡ ғаризалар «Берҙәм Рәсәй» партияһының йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәләрендә лә ҡабул ителә. Адрестар исемлеге: vk.cc/coDT6d . 

"Баланы мәктәпкә әҙерлә" акцияһы башланды
"Баланы мәктәпкә әҙерлә" акцияһы башланды

Күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр, ауыр тормош хәлендә ҡалғандар өсөн бындай ярҙам артыҡ түгел. Мәҫәлән, былтыр депутаттар, эшҡыуарҙар һәм төрлө төбәктә йәшәүселәрҙең әүҙем ҡатнашлығында бөтә ил буйынса 287 мең уҡыусы яңы уҡыу йылына әҙерләнеүҙә ярҙам алды.

 

Фото: Нүрзилә менән Инзирә Баязитовалар

Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас